Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 19:05

Фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф нисек йәшәй?

-

Бынан ике йыл элек Учалы районында булған ҡанлы фажиғә тотош илде тетрәндергәйне. 13 ғинуарға ҡараған төндә 35 йәшлек ир, көнләшеп, ҡатынына ҡорал менән һөжүм итеүе, уныһының ярһыған иренән ҡасып, күршеләргә инеүе, һөҙөмтәлә күрше ҡатын Гөлсиәнең енәйәтсе ҡулынан һәләк булыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Шулай уҡ мәхшәр ойошторған ир үҙен дә, ҡатынын да үлтергәне мәғлүм. Аяныслы ваҡиға урынында күршеләренә ярҙамға ташланған полиция хеҙмәткәренең дә ғүмере өҙөлгәйне.
Был ҡот осҡос хәлдә ауыр яраланып бер кеше – Зариф Хилажев ҡына иҫән ҡалды. Ике бала атаһының оҙаҡ дауаханала ятыуы, бихисап кешеләрҙең матди һәм әхлаҡи яҡтан ярҙам итеүе лә билдәле.
Ә Зариф бөгөн ниндәй шарттарҙа йәшәй, ни менән була? “Комсомольская правда” хәбәрсеһе Э. Апарина уҙамандың социаль селтәрҙәге биттәренә күҙ һалған һәм күҙәтеүҙәре менән бүлешкән.
Асыҡланыуынса, Зариф һөйөклө ҡатынын юғалтҡандан һуң үҙендә артабан йәшәргә көс тапҡан һәм әлеге ваҡытта эшләп йөрөй, ике балаһын үҙе тәрбиәләй һәм әүҙем тормош рәүеше алып бара. Социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙемлек күрһәтә, төрлө ҡыҙыҡлы фотолар һәм видеолар һала. Ат сабыштарында ҡатнаша – был да ир-егеттең мауығыуҙарының береһе.
Әлбиттә, ауыр яраларҙан һуң сәләмәтлеккә айырым иғтибар талап ителә - Зариф даими рәүештә шифаханала булып һаулығын хәстәрләй.
Гөлсиә менән Зариф Хилажевтарҙы Учалы һәм эргә-тирәләге райондарҙа яҡшы беләләр ине. Уларҙың төрлө тамашаларҙы йәнле итеп алып барыуы, матур йырлауҙары мәғлүм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә уларҙың тормошон селпәрәмә килтерҙе. Әммә нисек кенә булмаһын, артабан йәшәргә кәрәк.
Әйткәндәй, ҡанлы фажиғәнең осраҡлы шаһиттары булған балалар хәҙер үҫкән, улар ҙа һәләтле ата-әсәһенә оҡшап матур йырлай, сәхнәлә сығыш яһай.
Әлбиттә, бәләкәстәренең үҫкәнен, уңыштар яулағанын әсәнең күрмәүе уғата аяныслы. Зариф һөйөклө ҡатыны Гөлсиәне юҡһыныуын йәшермәй, социаль селтәрҙә һағышлы яҙмалар һәм шиғырҙар менән телгә ала һәм йөрәге был юғалтыуҙы бер ваҡытта ла онотмаҫын белдерә.
Фото: utv.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: