Бер ай хушһыҙ ятҡандан һуң, 13 йәшлек уҡыусы Республика клиник балалар дауаханаһына реанимобилдә килтерелә. Малайҙың хәле әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала, һаман да аңына килмәгән. Осраҡ буйынса прокуратура тикшереү башлаған. Алдан билдәле булыуынса, ярыш ойоштороусылар кәрәкле медицина белешмәләрен йыймаған, ата-әсәләрҙән дә рөхсәт ҡағыҙы юҡ. Шулай уҡ турнир ниндәй шарттар уҙарылыуы асыҡлана. Ләкин район мәғариф бүлегендә белдереүҙәренсә, барлыҡ талаптар үтәлгән, ҡатнашыусыларҙың белешмәләре лә бар.