Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 10:30

Вице-премьер Борис Беляев 48 сәғәткә ҡулға алынған

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына ҡарата оператив – тәфтиш саралары үткәрелә. Был тикшереүҙәр 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө буйынса уҙғарыла. //

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына ҡарата оператив – тәфтиш саралары үткәрелә. Был тикшереүҙәр 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө буйынса уҙғарыла.
Һүҙ вәкәләттәрҙе арттырыу һәм сығымдарҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу тураһында бара. Ул ваҡытта Борис Беляев ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль башында ошо уҡ енәйәт эше буйынса Төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев ҡулға алынғайны.
Капиталь төҙөлөш идаралығының элекке етәксеһе документтарға законһыҙ ҡул ҡуйыуҙа ғәйепләнә.
Читайте нас: