Район үҙәгендәге «Юлдаш» магазинынан һатып алыусылар өҙөлмәй. Халыҡ өсөн кәрәкле был сауҙа нөктәһе Батанов урамында урынлашҡан. Магазинда халыҡ өсөн төрлө ассортименттағы аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә. Бында төрлө кондитер һәм макарон ризыҡтарын, емеш-еләк, һуттар, колбасалар, балыҡтар һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, башҡа сауҙа нөктәләре менән сағыштырғанда тәҡдим ителгән тауарҙарҙың хаҡтары ла арзаныраҡ. Магазин бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, һатып алыусылар өсөн бик уңайлы итеп йыћазландырылған. Халыҡ өсөн бик кәрәкле магазин булыуы, унда ћатып алыусылар өҙөлмәүенән күренә. Тағы ла был магазин менән әүҙем, алдынғы ҡарашлы, үҙенең килеме өсөн генә түгел, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән Степной ауылынан шәхси эшҡыуар Миңзифа Иҫәнбаева етәкселек итеүе лә күп нимә хаҡында һөйләй.