Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 10:28

Санитария авиацияһын әүҙемерәк файҙаланырға ҡушылды

/

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 25 февраль үткәргән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн санитария авиацияһын әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты.
Былтыр федераль аҡсаға республика махсус медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған “Ансат” вертолетын һатып алған. Бер йыл эсендә ул 97 осош яһап, 97 пациентты, шул иҫәптән юл фажиғәһендә имгәнгәндәрҙе эвакуациялаған. Быйыл иһә 121 осош яһау планлаштырыла. Йыл башынан алып вертолет туғыҙ кешене, шул иҫәптән ике баланы дауаханаға алып барған.
“Үҙегеҙгә тапшырылған вертолетты һөҙөмтәһеҙ файҙаланаһығыҙ. Уның ярҙамында күберәк ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға мөмкин. Был мәсьәләне тикшерегеҙ. Осоштар һанын байтаҡҡа арттырырға кәрәк, айырыуса үтеп инеү ауырға төшкән төпкөл биләмәләргә”, – тине республика Башлығы.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sanitariya-aviatsiya-in--emer-k-fay-alanir-a-ushildi-693189/
Читайте нас: