Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 01:33

Радий Хәбиров: Республика юлдарындағы хәл ҡәнәғәтләнерлек түгел

Төбәк Башлығы быны яйға һалыу йәһәтенән ҡәтғи сара күрергә ҡушты. //

Бөгөн төбәк башлығы республиканың автомобиль юлдарындағы хәл буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның билдәләүенсә, буранлы көндәрҙә юлдарҙың ваҡытында таҙартылмауы һөҙөмтәһендә авариялар һаны артҡан. Ауырғазы районындағы фажиғәлә генә 20 автомобиль бәрелешеп, 10 кеше, шул иҫәптән ике бала имгәнгән.
Көслө буран шулай уҡ Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы юлдарҙың 8 участкаһында транспорт хәрәкәтен сикләргә мәжбүр иткән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡар ҡамауында ҡалыусылар ҙа теркәлде. Мәҫәлән, Благовар районынан ҡарға батҡан Сәғәҙиевтар төнө буйы ярҙам көтөп автомобилдәрендә ултыра. Көн яҡтыра төшкәс кенә, урындағы ауыл хужалығы тракторы юлды аса.
Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа фото һәм видеотеркәү комплекстарын ҡуйыу менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Әйтәйек, күрше Татарстанда бындай проблема күҙәтелмәй, тимәк, был Башҡортостан Хөкүмәтендәге транспорт блогының эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, юлдарҙы республика һәм федераль кимәлдәгеләргә бүлергә ярамай. 1 сентябргә тиклем ул федераль трассаларға кәмендә 100 камера ҡуйыу бурысы ҡуйҙы.
Читайте нас: