Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 17:29

Полилингваль белем биреү – республикабыҙ өсөн яңы күренеш

-

Кисә, 25 февралдә, “Мәктәп инновациялары” белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Төбәк күп профилле полилингваль һәм башҡа дөйөм белем биреү ойошмалары, профилле башҡарма власть органдары һәм үҫеш институттары өсөн тәғәйенләнгән программа 27 февралгә тиклем дауам итә.
Унда ҡатнашыу өсөн һайлап алынған 30 кеше Мәскәүҙең “СКОЛКОВО” идара итеү мәктәбендәге төп Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙың лекцияһын тыңлай, белем биреү уйындарында ҡатнаша, полилингваль белем биреү системаһындағы уңышлы халыҡ-ара үҫеш кейстарын өйрәнә, бәләкәй төркөмдәрҙә үҙҙәренең проекттарын төҙөй.
Программа Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, төбәк полилингваль белем биреү лидерҙарын асыҡлауға, халыҡ-ара һәм һанлы киңлектә мәҙәни мираҫты танытыуға йүнәлтелә. Ул Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән республика Башлығының гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә телгә алды.
“Әлегә тиклем Мәскәүҙең “СКОЛКОВО” идара итеү мәктәбендәге яҡташыбыҙ Minzalya ID тураһында һөйләгәйнем инде. 2020 йылдың ноябрендә ул үҙенең Мәғарифҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү фонды тырышлығы менән Башҡортостанда полилингваль белемде үҫтереү буйынса ҙур семинар үткәргәйне.
Бөгөн шул ваҡиғаның дауамын күрәбеҙ, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә Миңзәлә полилингваль мәктәп етәкселәре һәм уҡытыусылары өсөн “Мәктәп инновациялары” программаһы буйынса өс көнлөк уҡыу ойошторҙо.
Полилингваль белем – республикабыҙ өсөн яңы күренеш, мәктәптә белем биреүҙең ошо өр-яңы моделен ғәмәлгә индереү ижади процесс. Беҙ, бөтә донъя кеүек үк, һынауҙар һәм хаталаныуҙар менән ошо йүнәлештә барабыҙ, әммә был мәсьәләнең нескә урындарын тойомлау, үҫеш ҡеүәтен билдәләү өсөн донъялағы тәжрибәне өйрәнергә теләйбеҙ. Шуға күрә бындай саралар бик мөһим”, – тип яҙған ул.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас: