Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 17:40

ҒАРИЗАНЫ 2021 ЙЫЛДЫҢ 1 АПРЕЛЕНӘ ТИКЛЕМ БИРЕРГӘ КӘРӘК

-

2020 йылдың 1 июленән балалары тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа ) алған, йыл дауамында Пенсия фондына балалар өсөн тәғәйенләнгән түләүгә мөрәжәғәт итмәгән ғаиләләргә 2020 йылдың 1 апреленә тиклем 5 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғариза бирергә мөмкинлек бар.
Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Пенсия фондының килент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп биреү уңайлы.
Һәр баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы мәғлүмәттәрен һәм аҡса күсереү өсөн банк иҫәбе реквизиттарын күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ ата-әсәнең банк иҫәбе ябылған осраҡта, ғариза кәрәк буласаҡ.
Берҙәм түләү 7 йәшкә тиклем (ул йәше лә индереп) балалары булған ата-әсәләргә, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандарға, попечителдәргә бирелә һәм 5 мең һум тәшкил итә. 2020 йылда 3 йәшкә тиклем һәм 3 йәштән 16 йәшкә тиклем берҙәм түләү алған ғаиләләргә Пенсия фонды ул 5 мең һум аҡсаны автоматик рәүештә, булған мәғлүмәт нигеҙендә күсерҙе.
Берҙәм түләү тураһында тулы мәлүмәт түбәндәге һылтанма буйынса: https://pfr.gov.ru/grazhdanam/family_with_children/up_to_7_years/.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: