Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 01:24

Һаҡмар буйында ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш үтте

Сик ауылы клубы етәксеһе Гөлфиә Сәлмән ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған был сара барыһының да күңеленә хуш килде, сатлама һыуыҡҡа ҡарамай матур үтте. Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән яр буйында дәртле музыка ыңғайына төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо //

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап Сик ауылы әргәһендә йәмле Һаҡмар буйында ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш үтте.
Сик ауылы клубы етәксеһе Гөлфиә Сәлмән ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған был сара барыһыныңда күңеленә хуш килде, сатлама һыуыҡҡа ҡарамай бик матур үтте. Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән яр буйында дәртле музыка ыңғайына төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо.
Сара һуңында тәмле итеп бешерелгән балыҡ һурпаһы менән һыйланып, байрам бүләктәре алып күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Сараның еңеусеһе тип иң күп балыҡ тотҡан Рәсүл Искәнйәров танылды.
Читайте нас: