Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 13:08

Сүп-сар ваҡытында сығарыламы?

Сүп-сар сығарыу өсөн тариф артыуы региональ операторҙарҙан үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙы талап итә. Ошо маҡсатта Аҡъяр ауылында контейнерҙар майҙансыҡтарында рейд үткәрелде //#ТКО

Сүп-сар сығарыу өсөн тариф артыуы региональ операторҙарҙан үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙы талап итә. Ошо маҡсатта Аҡъяр ауылында контейнерҙар майҙансыҡтарында рейд үткәрелде
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә ағымдағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры А.Назаров етәкселегендәге сираттағы кәңәшмә барышында сүп-сар сығарыу буйынса күрһәтелгән хеҙмәт сифатын ҡаты контролдә тотоу кәрәклеге тураһында һығымта яһалды.
Бындай ҡарар осраҡлы түгел, сөнки социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың ошо темаға мөрәжәғәте 4 тапҡырға артты. А.Назаровтың ҡарары буйынса республика буйынса сүп-сар йыйыу урындарына рейдтар үткәрелде. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса сираттағы кәңәшмә киләһе дүшәмбе үткәреләсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Геннадьевичтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса оператив кәңәшмәлә яңғыраған күрһәтмәһенә ярашлы, Аҡъяр ауылында ла контейнер майҙансыҡтарына рейд үткәрелде.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә Аҡъяр ауылы контейнер майҙансыҡтары осраҡлы рәүештә һайланып, рейд үткәрелеүе, уларҙың ниндәй хәлдә булыуы, майҙансыҡтарҙа юл торошо тикшерелеүе тураһында яҙа.
“Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, региональ операторҙар адресына ҡаты иҫкәртмәләр юҡ. Сүп-сар ваҡытында сығарыла, контейнер майҙансыҡтарына юл асыҡ. Майҙансыҡтар таҙа, тулып ултырған контейнерҙар юҡ. Был йәһәттән хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек. Ауыл биләмәләре башлыҡтарынан урындарҙа контейнер майҙансыҡтарына юлды, урамдарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыуҙы ойоштороуҙы контролдә тотоуҙарын һорайым”,--тип яҙа Рөстәм Динсилам улы.
Читайте нас: