Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 14:10

Иртә ҡартайырға теләмәһәң…

-

Кеше организмы аяҡтарҙан ҡартая башлай икән. Быны борон уҡ Ҡытайҙа асыҡлағандар. Тимәк, аяҡтарҙы нығытырға, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртырға кәрәк.
Иң тәү сиратта, ялан аяҡ йөрөргә кәрәк. Урамда булмаһа, өйҙә мөмкин. Иҙәнегеҙ һалҡын икән, ойоғоғоҙҙо 10 минутҡа булһа ла сисегеҙ. Ваҡытты оҙайта алһағыҙ, бик һәйбәт.
Төрлөсә баҫып йөрөү ҙә файҙалы. Мәҫәлән, ослап, үксәләргә генә йә ҡырын баҫып атлағыҙ. Был мускулдарҙы, аяҡ һөйәктәрен нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Тимәк, дөйөм организм эшмәкәрлеге яҡшыра.
Табандарығыҙға көн дә һуҡҡыслап алырға ла онотмағыҙ, был үҙенә күрә массаж. Резина йә ағас сүкеш ҡулланырға ла була, буш шешә лә бара. Тәнегеҙ буйлап йылылыҡ йүгергәнен һиҙерһегеҙ, тынысланырһығыҙ. Был ысул ҡан әйләнешен яҡшыртыуҙың иң шәп алымы. Икенсе һәм өсөнсө бармаҡ араһы тапҡырына һуҡҡыслау күҙҙәр өсөн яҡшы.
38 градуслыҡ эҫе һыуға аяҡтарҙы тығып ултырыу ҙа бик килешә. Аяҡтар ҡыҙарып сыҡҡас, уларҙы бармаҡтар менән баҫҡыслап массаж эшләү ҙә һәйбәт һөҙөмтә бирә. Аяҡтарҙы бер эҫе, бер һыуыҡ һыу менән ҡойондороу ҙа ҡан әйләнешен яҡшырта.
Төрлө гель, майҙар менән ыуалау ҙа яҡшы.
Әгәр аяғығыҙ ойой икән, табипҡа күренеү мотлаҡ!
Ғөмүмән, хәрәкәтләнеүҙән туҡтамағыҙ, аяҡтарығыҙҙы яратығыҙ! Шул саҡта ғүмерегеҙ оҙонайыр, һаулығығыҙ яҡшырыр!
Башҡа социаль селтәрҙәргә йә матбуғат баҫмаларына алғанда "Атайсал" гәзитенә һылтаныу мотлаҡ!

Фото интернеттан.
Автор: Резеда Вәлиева.

Читайте нас: