Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 11:44

ФЕРМЕРҘАР МӘКТӘБЕНЕҢ ИКЕНСЕ МИҘГЕЛЕ АСЫЛДЫ

..

Гөлнур Ишбулатова

Башҡортостанда "Фермерҙар мәктәбе" федераль проекттың икенсе миҙгелен асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхмәнов билдәләүенсә, был мәктәп ҡыҫҡа ваҡыттарҙа агробизнестың төп йүнәлештәрен аңларға мөмкинлек бирәсәк.
Сара телекүпер шарттарында үтте һәм унда "Россельхозбанк"тың идара рәйесе Борис Листов, фермерҙар мәктәбенең беренсе миҙгелендә ҡатнашҡан, аграр төбәктәрҙең губернаторҙары, етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан да фермерҙар мәктәбенең беренсе пилот проектының ҡатнашыусыһы булды.

-Уның тәүге сығарылышы үҙҙәренең белем кимәле буйынса башҡаларҙан күпкә юғарыраҡ тора тип уйлайым. Был юлы беҙ ике йүнәлеш- "ҡортсолоҡ" һәм "һыу ҡоштарын үрсетеү"ҙе алдыҡ. Башҡорт ҡорттарының генетикаһын һәм йүкә балы, солоҡсолоҡ традицияларын иҫәптә тотабыҙ. Шулай уҡ республикала Рәсәйҙә берҙән-бер һыу ҡоштарын үрсетеү буйынса селекция- генетик үҙәге бар, -тине ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхмәнов.
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан икенсе тапҡыр "Россельхозбанк"тың Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы менән берлектәге агробизнес вәкилдәре һәм фермерлыҡты яңы башлаусылар өсөн ойошторолған уҡыуҙарында ҡатнаша. Ул ауыл хужалығында эшләргә теләгән кешеләрҙең белемен камиллаштырыуға һәм үҙ эшен асырға теләүселәргә ярҙам итә.

Фермерлек мәктәбенең дәрестәре Башҡорт аграр университеты базаһында алып барыла. Уҡыу курсы ике айға иҫәпләнгән, ул теоретик һәм практик өлөштән тора. Уҡыусылар ауыл хужалығы йүнәлешендә грант алыу өсөн мөһим булған дәүләт өлгөлө дипломдар аласаҡ.
Борай районынан килгән фермер Рәмил Зариповтың билдәләүенсә, фермерлыҡ эшен асырға була, әммә тейешле белемдең етешмәүе эште тотҡарлай.
-Яңы технологияларҙан тыш, тармаҡты табышлы итеү өсөн белемдең кәрәклеге иң мөһим урында тора. Беҙ фермерлыҡ мәктәбендә аудиторияларҙа уҡыуҙан тыш, алдынғы фермер хужалыҡтарына ла сыҡтыҡ һәм тәжрибә уртаҡлаштыҡ,- тине ул.
https://vk.com/bashkizi
Читайте нас: