Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 11:28

Дәүләт Думаһына Медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса закон проекты тәҡдим ителәсәк

-

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса закон проекты менән Дәүләт Думаһына сығырға иҫәп тота. Бөгөн буласаҡ документ парламент ағзалары һәм табиптар ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.
Әле илдең 29 төбәгенә 140 медицина учреждениеһы яңы менеджмент системаһы менән эшләй башлаған. Башҡортостанда медицина ойошмаларында насар шарттарҙы иҫкәртеү һәм эске күҙәтеү системаһына өс дауахана ҡушылған. Табиптар әйтеүенсә, яңы идара итеү алымдары медицина ярҙамы сифатын күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге биргән. Хәҙер был тәжрибәне тағы ла киңерәк йәйелдереү күҙаллана. Ләкин бының өсөн ҡануниәтте камиллаштырыу һәм һәр аҙымды закон менән нығытыу зарур. Сөнки әлеге мәлдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеүсе органдар штраф һалыуҙан ары китә алмай. Был хеҙмәт күрһәтеү сифатын киреһенсә кәметә генә. Тәү сиратта һәр персонал өсөн айырым шарттар, пациенттарҙы ҡабул итеү тәртибе көйләнергә тейеш, ти депутаттар.
Автор: Айнур Кәбиров.
Читайте нас: