Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 11:29

"Библио бала ҡараусы онлайн: "Тере әкиәттәр" грант проекты тормошҡа ашырыла

..

Баш ҡалабыҙҙың үҙәк ҡала китапханаһында "Библио бала ҡараусы онлайн: "Тере әкиәттәр" грант проектын асыу тантанаһы үтте. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был проект дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика Башлығы гранты еңеүсеһе булғайны.
Гранттың суммаһы 473 мең 502 һум тәшкил итә, 6 айға иҫәпләнгән. Проекттың маҡсаты — башҡорт телендә мультимедия продукттарын булдырыу, уларҙы трансляциялау, кескәйҙәр һәм атай-әсәйҙәр араһында башҡорт телен күтәреү һәм һаҡлау, милли рухи ҡиммәттәргә йәлеп итеү, башҡорт халыҡ фольклоры, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, изге башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныштырыу. Ҡала китапханаһының тәжрибәле, ижади медиаирекмән-белгестәре маҡсатлы аудитория менән ике йүнәлештә эшләйәсәк: балалар өсөн әкиәт уҡыу һәм онлайн-оҫтаханалар эше. Бында ғаилә менән уҡыу сеанстары, әкиәт терапияһы, әңгәмәләшеү, ролдәр буйынса уҡыу һәм башҡалар инә.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: