Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 17:54

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 37 меңдән ашып киткән

-

Был турала Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова белдерҙе. Республика биләмәһендә уҙған йылдың 1 ғинуарынан алып “Һөнәри килемгә һалым” махсус режимы ғәмәлдә. Үҙмәшғүлдәргә физик шәхестәр менән эшләгәндә 4 процент, юридик шәхестәр йәки шәхси эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткәндә 6 процентлыҡ ташламалы һалым ставкаһы билдәләнгән. Быйыл республикала кесе һәм урта бизнес субьекттарын 145 меңгә, үҙ мәшғүлдәр һанын, кәм тигәндә, 35 меңгә еткереү планлаштырыла.
Читайте нас: