Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 11:39

"Һалдатҡа хат. Сикһеҙ Еңеү" конкурсы башланды

Был турала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецова хәбәр итә...

Был турала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецова хәбәр итә. Быйыл конкурс Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнала һәм "Сикһеҙ Еңеү" тип атала, сөнки был еңеү бик күп халыҡтар көсө менән яуланған.
Шулай уҡ бәйге быйыл халыҡ-ара статусын ала. 7-17 йәшлек балаларҙан өс номинация - хат, һүрәт, видео - буйынса эштәр ҡабул ителә. Конкурстың сайтында тулыраҡ мәғлүмәт алып, теркәлеү үтеп, шунда уҡ номинацияны һайлап, эшегеҙҙе тәҡдим итә алаһығыҙ. Еңеүселәр билдәләнәсәк. Уларҙың эштәре конкурс сайтында баҫыласаҡ.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: