Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 16:24

Шиғри бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола. ..

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола. Бөтә донъя шиғриәт көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ.Был бәйгелә нисек ҡатнашырғамы?
Конкурс 2 төркөм өсөн, йәғни VIII-IX, X-XI cиныф уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында айырым уҙасаҡ. Номинациялар: Тамара Ғәниеваның шиғырын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының инглизсәгә тәржемә ителгән шиғырҙарын яттан һөйләү. Шулай итеп, башҡорт йәки инглиз телендәге биш минуттан артмаған видеояҙмағыҙҙы 25 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына [email protected] адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: 8 964 95 78 929.
Конкурсты Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.
Фото: интернеттан.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: