Музейҙағы төп экспозияцияларҙың береһе – Бөтә Рәсәй архив документары күргәҙмәһе. Бер юлы илдең 63 төбәгендә ойошторолған сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыныс йәшәүсе халыҡтың фажиғәһе, СССР-ҙың оккупацияланған биләмәләрендә нацистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының ҡылған енәйәттәре тураһында һөйләй. Йәшерен архив документтары Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән донъя күргән. Был күргәҙмә оло быуын вәкилдәренә лә, йәштәргә лә фәһемле булыр тип көтөлә.