Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 11:41

МӘКТӘП УҠЫУСЫЛАРЫ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Мәшғүллек үҙәктәре мәктәп уҡыусыларына һөнәрҙәр донъяһында үҙ йүнәлешен табырға ярҙам итә.
Һәр кем өсөн һөнәрҙе дөрөҫ һайлау бик мөһим. Был яуаплы аҙымды яһау һәм үҙ профессияңды һайлау өсөн үҫмерҙәргә хеҙмәт эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре, төрҙәре менән танышыу зарур.
Был йәһәттән Өфө ҡалаһындағы мәшғүллек үҙәктәренең профессиональ йүнәлеш һәм ойоштороу-методик үҙәктәре белгестәре әүҙем эшләй. Мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән дәрестәр шәхсән дә, арауыҡта ла уҙғарыла.
12 февралдә Нефтекама ҡалаһындағы Башҡорт гимназияһының X класс уҡыусылары өсөн профессиональ йүнәлеш тураһында дәрестәр үткәрелгән. 16 февралдә сит телдәрҙе тәрән өйрәнеү йүнәлешле 103-сө мәктәптең IX-XI класс уҡыусылары өсөн ошондай уҡ дәрестәр ойошторолған. Барлыҡ сарала 86 үҫмер ҡатнашҡан.
18 февралдә 161-се лицей лицецҙа белем алғандарға профессиональ йүнәлештәр тураһында дәрестәр ойошторолған. 19 февралдә Башҡортостан кооперация институтында белем биреү ойошмалары директорҙары менән сара үткәрелгән. Унда һүҙ Башҡортостанда кооперация һәм эшҡыуарлыҡ кластарын булдырыу тураһында һүҙ булған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май укваздары менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: