Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 11:33

КАДРҘАР ӘҘЕРЛӘҮ ХАҠЫНДА ҺӨЙЛӘШТЕЛӘР

Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов менән Рәсәй кооперация университеты ректоры Алһыу Нәбиеваның эшлекле осрашыуы булды.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов менән Рәсәй кооперация университеты ректоры Алһыу Нәбиеваның эшлекле осрашыуы булды.
Сарала шулай уҡ республиканың Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Сакаев, Башпотребсоюз советы рәйесе Фидан Исмәғилев, Башҡортостан кооператив институты ректоры Фәнил Мәжитов ҡатнашты. Яҡтар ауыл хужалығы кооперацияһы өсөн кадрҙар әҙерләү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында һөйләште.
Алһыу Нәбиеваның белдереүенсә, Башҡортостан – илдә ауыл хужалығы кооперацияһы буйынса лидер. Шуға алдынғы кооператив юғары уҡыу йортона ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендә төп эш йүнәлештәренең береһе булған белгестәр әҙерләү йәһәтенән файҙалы булғыһы килә.
– Төбәктә ауыл хужалығы кооперацияһының үҫеүе өсөн ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип белдерҙе Рәмил Нуриәхмәтов. – Төбәк үҙенсәлектәренә килгәндә, аграр сәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары күп. Был процеста кадрҙар әҙерләү буйынса яҡшы системанан тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға кооперация өлкәһендәге алдынғы вуз менән хеҙмәттәшлек итеүгә әҙербеҙ.
Сара аҙағында ҡатнашыусылар ауыл хужалығы кооперацияһы буйынса берҙәм эшләү өсөн төрлө форматтағы осрашыуҙар хаҡында һөйләште. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: