Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 11:28

ИЛДЕҢ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ТӨБӘКТӘР МЕНӘН КИЛЕШЕҮ ТӨҘӨГӘН

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин..

Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, илдең Ауыл хужалығы министрлығы төбәктәр менән килешеү төҙөгән. Һүҙ он һәм икмәк етештереүсе предприятиеларға субсидиялар биреү хаҡында бара. Он етештергән предприятиеларҙың – бойҙай һатып алыуға, ә икмәк бешереү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың икмәк-ҡалас ризыҡтарын һатыуға киткән сығымдары ҡапланасаҡ.
Башҡортостан менән бындай килешеү 16 февралдә төҙөлгән. Он етештереү менән шөғөлләнгән предприятиелар өсөн – 22,4 миллион һум, икмәк бешергән ойошмалар өсөн 38,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән был сара ошо тармаҡ предприятиеларының рентабелле булыуына һәм онға, икмәк-ҡалас ризыҡтарына, онға тотороҡло хаҡ, уларҙың үҙҡиммәтен һаҡлау һәм әҙер продукцияның хаҡтарын теркәү өсөн кәрәк.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше” милли проекты маҡсаттарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: