Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 12:32

Байғусҡарҙа ҙур байрам

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сәләмәтлек һәм спорт байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеп китте. Байрамды асып, ауыл старостаһы Кәбир Баймырҙин сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡталып ҡалмаһын ине, тине. //

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сәләмәтлек һәм спорт байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеп китте. Байрамды асып, ауыл старостаһы Кәбир Баймырҙин сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡталып ҡалмаһын ине, тине. Киләсәккә ынтылып, заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе ошондай саралар күберәк ойоштороласаҡ тип белдерҙе.
Байрам программаһында урамдар араһында волейбол ярышы, гер күтәреү һәм уҡтан атыу бәйгеләре ойошторолдо. Ҡар өҫтөндә самауыр борхоп ҡайнап торҙо. Мул табын артында байрамда ҡатнашыусыларҙы сәй менән һыйлаусы Зөһрә Баймырҙина, Фәтиха Шаһивәлиева, Айгөл Хажиәхмәтова, Фәриҙә һәм Рита Дәүләтбирҙиналар, Земфира Айҙашева, Сәриә Аҡбалиналарға ҙур рәхмәт! Байрамға дәррәү килгән ауылдаштар ярышыусыларҙы дәртләндереп, әйҙүкләп ултырҙылар. Ярты көн самаһы барған байрам күтәреңке кәйеф һәм рухты тамамланды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.Волейбол ярышы һөҙөмтәһенә килгәндә Салауат Юлаев урамы командаһына етеүсе булманы Улар хаҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты.Икенсе урынға Гагарин урамы, ә Йәштәр урамы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Гер күтәреүҙә иң бәләкәй төркөмдә Баймырҙин Таһир алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе төркөмдә- Шаһивәлиев Булат, ҙур төркөмдә - Фәтҡуллин Искәндәргә етеүсе булманы. Ҡыҙҙар араһында Айдашева Алтынай гер күтәреүҙә ҙур оҫталыҡ күрһәтте.Волейбол ярышында иң һәйбәт уйынсылар булараҡ, Рәмов Илсур, Шаһивәлиев Данир, Дәүләтбирҙин Алмаз, Рәмов Искәндәр бүләкләнде.
Ә ҡыҙҙар араһынан иң һәйбәт волейбол уйнаусы тип Баймырҙина Миңнур билдәләнде. Иң йәш волейбол уйнаусылар Айҙашева Алтынай, Бикбов Булат, Бикбов Бәхтиәр.
Шулай уҡ ауыл халҡы тәүге тапҡыр мәргәнлектә көс һынашты - йәйәнән уҡ атыу ярышы бик ҡыҙыу барҙы. Ир-егеттәр араһында 1-се урынға Әхмәров Байрас, 2-се урынға Айҙашев Ғәлиән, 3-сө урынға Хәбибуллин Ғаяз лайыҡ булһа, йәш егеттәр урындарҙы түбәндәгесә бүлеште: 1-се - Баймырҙин Шәйнур, 2-се - Баймырҙин Ғариф, 3-сө урын - Шаһивәлиев Кинйәбулат. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был ярыштан ситтә ҡалманы: 1-се урынды Ниғмәтуллина Зөлфирә, 2-сене Айҙашева Алтынай, 3-сө урынды Баймырҙина Миңнур яуланы. Иң оло уҡ атыусы Дәүләтбирҙин Сәмиғулла ағай булһа, иң йәш ҡатнашыусы Аҡбалин Нәргиз булды.
Байрам уңайынан эшләнгән "Дәүләт Армия менән көслө" тип ататлған фотостендта әрме сафтарында төрлө йылдарҙа хәрби бурысын үтәгән ауылдаштарыбыҙҙың фотоларын ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Байрамды матди яҡтан ярҙам итеп, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Татыр-Үҙәк ауыл хакимиәте, шәхси эшҡыуарҙар Резеда һәм Рәмил Баймырҙиндәр ғаиләһе, "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе вәкиле Тимур Рәмовҡа рәхмәт белдерәбеҙ.

Байгускаровская-Сельская Библиотека

Читайте нас: