Хәйбулла хәбәрҙәре
0 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 11:45
"Башһырт"та "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" уҙасаҡ
..
27 февралдә Башҡортостан ҡурсаулығындағы «Башһырт» экологик-этнографик үҙәгендә бишенсе тапҡыр «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үткәреләсәк.
Программала «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры ҡаралған. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл күбәйә, география ла киңәйә. Ойоштороусылар белдереүенсә, бүләктәр ҙә шәп. Быйыл "Ылаҡ" уйынында еңеүселәргә тәүге тапҡыр күсмә кубок тапшырыласаҡ.
Фото:
bashzapoved.ru
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: