Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 18:21

Аҡса тота беләһегеҙме?

-

Бер Ҡытай гражданины 66 тоҡ - йәмғеһе 190 000 юань, (1,7 миллион һум ) ваҡ аҡса йыйған. Ул аҡсаға Volkswagen Passat машинаһы һатып алырға барған. Тоҡто бушатҡас, аҡсаны 17 кеше өс көн буйына һанаған.
Нисек аҡса йыйырға? Коммуналь түләүҙәрҙе түләп, аҙыҡ-түлек, кейем алһаң, ай аҙағына кеҫәнән елдәр генә иҫә башлай. Шулай ҙа аҡса йыйырға теләгәндәргә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ:
*Көн һайын аҡса һандығына 50 һум һалып барһағыҙ, йылына 18250, 100 һум һалһағыҙ – 36500 һум аҡса йыйыласаҡ.
*Ниндәйҙер әйбер һатып алаһығыҙ икән, уға һалым уйлап сығарығыҙ. Һандыҡҡа уның дөйөм хаҡының 5%-10%-ын һалып барығыҙ.
*Килем күсеү менән банк картаһынан автоматик рәүештә һаҡлыҡ картаһына айырым процент күсереү мөмкинлеге бар. Уның өсөн банк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
*Ниндәйҙер ҙур әйбер һатып алырға маҡсат итеп ҡуйғанһығыҙ икән, киләсәктә ул әйберҙән ниндәй файҙа буласағын йыш ҡына күҙ алдына килтерегеҙ.
*Психологтар тағы ла бер уйынлы-ысынлы ысул тәҡдим итә: иртән уянғанда урамда һауа температураһы ниндәй, шул сумманы һандыҡҡа һалып барырға кәрәк. Һөҙөмтәлә ярайһы ғына суммала аҡса йыйыласаҡ.
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: