Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 12:46

Һуңғы мәлдә Хоҙай уға ҡотҡарыусыһын ебәргән

Радмир исемле егет тышҡа юл буйлап йүгерергә сыға...

Беҙ Нефтекаманан Радмир исемле егеттең туңып үлә яҙған этте осратып, ҡотҡарыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Кешелекле егеттең ғәмәлдәре йәмәғәтселектә һоҡланыу тыуҙырҙы. Шул уҡ ваҡытта эттең килсәсәк яҙмышына ла битараф түгел халыҡ.
Радмир Миңлеғәлиев туңып үлә яҙған Лаки ҡушаматлы этте үҙенең өләсәһенә алып барған. Был хәлгә битараф булмаған кешеләр күмәкләшеп 15 йәшлек Лакиға вольерға аҡса йыя. Шулай уҡ этте ветеринарға күрһәләр, әле ул йүнәлә башлаған.


"Хәҙер уның хәле яҡшырҙы, аппетиты бар, һәйбәт ишетә. Күҙҙәре генә насар күрә, ләкин ул хәрәкәттәргә иғтибар итә башланы", – ти ҡотҡарыусы.
Фотола күренеүенсә, Лакиның хәле яҡшы яҡҡа үҙгәргән, тәрбиә булғас, матурайып киткән. Элекке фотолағы хәле менән сағыштырғанда ер менән күк араһы. Халыҡ әйтмешләй, эттең дә ашар ризығы бөтмәгәндер инде. Һуңғы минутта Хоҙай уға ҡотҡарыусыһын ебәргән. Радмирҙың да ошо изгелеге онотолмаҫ, үҙенә мең-мең рәхмәт булып ҡайтып, тип ышаныбыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: