Фажиғәле тамамланған авария Ира – Магнитогорск трассаһында, Берҙәш ауылынан ун километр алыҫлыҡта теркәлә.
Был "Лада Гранта" менән "Toyota Highlander" еңел автомобилдәре бәрелешеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде, унда 27 йәшлек пассажир һәләк булды. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Toyota Highlander" менән идара иткән 41 йәшлек ҡатын уҙған йылда 15 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шул иҫәптән, бер тапҡыр эскән килеш автомобилгә идара иткән өсөн, ике тапҡыр медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн.
Бына ошондай яуапһыҙ водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында, ял көндәрендә һәм байрам ваҡытында ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарҙы көсәйтә. Әле лә республика юлдарында улар эскән килеш рулгә ултырған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәргә “һунар” алып бара.
“Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай иҫкәртеү саралары юлдағы хәлгә ыңғай йоғонто яһай һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы транспорт ағымынан сығарыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Шуға ла республика ЮХХДИ идаралығының эшмәкәрлегенә аңлап ҡарауығыҙҙы теләйбеҙ”, – тип хәбәр итәләр Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.