Яңы Ергән мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Никита Сабин Ғафури районының Красноусольск ауылында Рәсәй Геройы Фәрвәт Яҡупов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселегендә 1-се урын яуланы.
Никита 110 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яулап, 12-14 мартта Казан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан йыйылма командаһы составында инде.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды