Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 00:45

23 февралгә күркәм концерт

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, район мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ижади составы сағыу сығыштар әҙерләне //

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, район мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ижади составы сағыу сығыштар әҙерләне
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, ә район ҡатын-ҡыҙҙары исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова сәләмләне.
Матур концерт программаһын тулыландырып, Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары патриотик рухтағы сығыштары менән ҡыуандырҙы. Райондың билдәле һәүәҫкәр артистары менән бергә сәхнәгә яңы артистарҙың сығыуы, уларҙың таланты тамашасыларға бик оҡшаны.
Читайте нас: