Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 23:53

"Зарница" дуҫтарын йыйҙы!

Бөгөн Әбеш ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата үткәрелгән өлкәндәр өсөн Зарница уйыны ир-егеттәргә үҙҙәренең таҫыллыҡтарын күрһәтергә, әрме хеҙмәтендә алған тәжрибәләрен иҫкә төшөрөргә һәм ҡыштың сатлама һыуығына ҡарамай саф һауала рәхәтләнеп ял итергә мөмкинселек бирҙе. //

Бөгөн Әбеш ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата үткәрелгән өлкәндәр өсөн Зарница уйыны ир-егеттәргә үҙҙәренең таҫыллыҡтарын күрһәтергә, әрме хеҙмәтендә алған тәжрибәләрен иҫкә төшөрөргә һәм ҡыштың сатлама һыуығына ҡарамай саф һауала рәхәтләнеп ял итергә мөмкинселек бирҙе.
Ауыл ир-егеттәренән торған ике отряд төрлө ярыштарҙа көс һанашты,һөҙөмтәлә Гамбит отряды еңеусе тип табылды.
Ҡатнашыусылар байрам бүләктәре алып, ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән һалдат бутҡаһын ашап, эҫе сәй менән һыйланып, байрам кәйефе алып таралыштылар. Афарин барыһына ла!
Сығанаҡ:
Читайте нас: