Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 01:39

Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында "Мин телемде яратам "исемле туған тел байрамы үтте.

Байрамға башҡорт теле уҡытыусылыры ,"Туржы ынйылары "фольклор төркөмө һәм 8 синыф уҡыусылары саҡырылды. //#МеждународныйДеньРодногоЯзыка#МамбетовскийСМФК

Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Үҙ телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн Мәмбәт ауылы моделлы китапханаһында клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арналған "Мин телемде яратам "исемле туған тел байрамы үтте.

Байрамға башҡорт теле уҡытыусылыры ,"Туржы ынйылары "фольклор төркөмө һәм 8 синыф уҡыусылары саҡырылды. "Туған телем-башҡорт теле"китап күргәҙмәһе менән танышҡандан һуң, күренекле шәхестәрҙең шиғырҙарын уҡып, йырҙар йырлап,башҡорт халыҡ мәҡәләләрен дауам итеп, йомаҡтарға яуап табып ,тиҙәйткестәр әйтелде."Туржы ынйылары "фольклор төркөмө ағзаһы Вәсилә Хайрулла ҡыҙы фольклор төркөмөнен башҡорт халҡынын йолаларын,уйындарын,ижадын йәш быуынға еткереү маҡсатында ниндәй саралар үткәреүҙәрен һөйләп үтте.

“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Кисә "Туған тел "йыры менән тамамланды.
Читайте нас: