Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 01:11

Хәйбуллалар бөгөн диктант яҙҙы

Районда белем биреү учреждениеларында 789 уҡыусы һәм мәғариф өлкәһе вәкилдәре инша яҙҙы. Ғөмүмән, районда 587 кеше иншаны башҡорт телендә, 202-һе рус телендә яҙҙы.

21 февраль—Халыҡ-ара туған тел көнө.
Бөгөн республика халҡы рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм мари телдәрендә диктант яҙҙы. Акцияла ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите журналистары ла был көндә район мәғариф идаралығы коллективы менән берлектә Яныбай Хамматовтың “Төнъяҡ Амурҙары” романынан өҙөк яҙып, үҙ белемдәрен һынап ҡараны.
Читайте нас: