Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 01:49

Байғусҡарҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы

Был сараны хәҙер ғәм халыҡ көтөп ала. Олоһо ла, йәштәре лә ҡатнашырға тырыша. Диктант яҙыусыларҙың араһында төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләре бар ине. //

21 февраль - Халыҡ - ара туған тел көнө.

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Диктанттың маҡсаты – туған телде өйрәнеүгә иғтибар биреү, республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм танытыу. Диктант яҙыусыларҙың араһында төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләре бар ине. Баштан шуны әйтергә кәрәк: башҡортса диктант яҙыуҙың орфографик яҡтан бер ауырлығы ла юҡ, сөнки күпселек һүҙҙәр нисек әйтелә – шул рәүешле яҙыла. Бөтә хикмәт – пунктуацияла (тыныш билдәләрендә).
Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡатнашыусылар орфографик яҡтан диктантты бик яҡшы яҙҙылар.
Диктант яҙыусыларҙың барыһы ла ысын мәғәнәһендә грамоталы кешеләр булыуы бик ҡыуандырҙы. Был сараны хәҙер ғәм халыҡ көтөп ала. Олоһо ла, йәштәре лә ҡатнашырға тырыша.
Диктантты яҙҙырыусы башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Фәрит ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: