Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 23:46

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө

Юлбарыҫ ауыл клубында башҡорт теле көнөнә арналған "Тыуған телем - башҡорт теле" тип аталған сара үтте. //#КультураХайбулла#ЮлбарсовскаяСК

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер.
“Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Башҡорт теле көнөнә арналған "Тыуған телем - башҡорт теле" тип аталған сара үтте. Сараны китапхана мөдире Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы бик мауыҡтырғыс итеп асып ебәрҙе. Һуңынан балалар йомаҡтарға тапҡыр яуаптар бирҙеләр, башҡорт халҡының мәҡәл һәм әйтемдәрен әйтеп ишеттерҙеләр, төрлө ребустар систеләр.

Байрам Флешмоб менән тамамланды.
Читайте нас: