Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 00:56

Женя Лукашин, Новосельцев...

Бөгөн рус кинематографы сираттағы ҙур юғалтыу кисерҙе – билдәле актер Андрей Мягков 82 йәшендә вафат булды. Уның яҡты донъя менән хушлашыу сәбәбе – йөрәк өйәнәге, тип белдерә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары. //

“Ирония судьбы, или с легким паром!” фильмында Женя Лукашин йыл һайын Яңы йыл төнө алдынан дуҫтары менән йыйылып мунсаға бара, ә тәүҙә совет, аҙаҡ Рәсәй халҡы был мажараларҙы зәңгәр экрандарҙан йотлоғоп күҙәтә торғайны.
“Служебный роман” фильмын да әлеге көнгә тиклем яратып ҡарайҙар, һәм бында Андрей Мягков тыуҙырған Новосельцевтың да өлөшө ҙур.
Быларҙан тыш, актер А.П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында тиҫтәләгән сағыу ролдәр башҡара, үҙе лә спектаклдәр ҡуя, “Жестокий романс”, “Гараж” фильмдарында уйнай.
Андрей Мягков ғүмеренең һуңғы йылдарын Чехов театрына арнай.
“Уның таланты МХАТ актер мәктәбенең бар һыҙаттарын – кешеләргә мәрхәмәтлек, тормоштоң ауырлығын аңлау, кешене йәшәйешкә күндереү һәләтенә эйә юмор тойғоһон бергә туплаған ине. Был сифаттары уға “Ирония судьбы”, “Служебный роман”, “Жестокий романс”, “Гараж” фильмдарындағы уйнаған ролдәренең ҙур уңышҡа өлгәшеүенә алып килде”, – тип яҙа театр үҙе.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: