Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй залында Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшевтың "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китап-альбомының исем туйы үтте.
Иҫкиткес бай йөкмәткеле китап авторын бөйөк актер булараҡ ҡына түгел, бала саҡтан үҙ-үҙенә талапсан кеше, тормошта үҙ юлын, үҙ урынын тапҡансы мең төрлө һынау үткән шәхес, йөрәк көсө һәм беләк көсө ҙур булған ата балаһы булараҡ асыусы бик матур кисә булды был.
Актер үҙенең тормош һәм ижад юлының ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ваҡиғалары менән бүлеште. Хөрмәтулла Үтәшевтың уҡыусылары, коллегалары Хәким Мортазин, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдыҡов, Әлфирә Зәһиҙуллина үҙ ролдәрен оҫта башҡарып тамашасыларға бер байрам эшләне. Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр музыканттары кисәлә барған күренештәрҙе моңға солғаны.
Хөрмәтулла Үтәшевтың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова, курсташы Идрис Кәлимуллин, шағирә Лариса Абдуллина, театр белгесе Рида Буранова, журналист Илүзә Капкаева һәм башҡа ҡунаҡтар хәтирәләр менән уртаҡлашты. Алыҫ Хәйбулла районынан килгән делегация тыуған яҡтан моңло сәләмдәр тапшырҙы.Тыуған ауылы Таштуғайҙа йәшәүсе апайҙары Фәриғә һәм Рәхилә бала саҡтарҙың йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Кисәнең режиссеры - Фирғәт Ғарипов.Кисәнең сценарийын әҙерләүсе Динара Ҡәйүмоваға китапты сығарыу өсөн бик күп көс һалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҙур рәхмәт әйттеләр.
Фойела Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-китап һатыу ойошторолдо.
Хөрмәтүлла Үтәшевтың уҡып бөтөп булмаҫлыҡ матур китаптай тормош юлы тураһындағы хазина –китап, уның геройҙары, китапты бар итеүселәр хаҡында “Тамаша” журналының киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА