Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 17:32

Башҡортостанда йәшәп, нисек башҡорт телен белмәҫкә була?

Светлана Шахова, йорт хужабикәһе:--Мин дә башҡорт телен балалар баҡсаһынан беләм.Унда тәрбиәсе Ғәйникамал Хаббина, тәрбиәсе ярҙамсыһы Хәбирә Иҫәнтәева өйрәткәйне. Шунан алып, башҡортсаны “һыу кеүек эсәм”,--ти ул

Башҡортостанда йәшәп, нисек башҡорт телен белмәҫкә була?
Светлана Шахова, йорт хужабикәһе:
--Мин дә башҡорт телен балалар баҡсаһынан беләм.Унда тәрбиәсе Ғәйникамал Хаббина, тәрбиәсе ярҙамсыһы Хәбирә Иҫәнтәева өйрәткәйне. Шунан алып, башҡортсаны “һыу кеүек эсәм”. Күптәр минең менән һөйләшкәндә аптырайҙар, башҡортса таҙа һөйләйһең, ә төҫкә русҡа оҡшағанһың тип. Минең уйлауымса, Башҡортостанда, урындағы халыҡ менән бергә йәшәп, уларҙың телен өйрәнмәү мөмкин түгел тип. Миңә башҡорт теленең бай булыуы, моңдарының моңлолоғо, ғөрөф-ғәҙәттәренең боронғолоғо оҡшай. Аҡъяр халҡы белем бөткән мине, башҡорттар тик үҙ телендә генә мөрәжәғәт итә.
Ҡыҙыҡ хәлдәргә килгәндә, төрлөһө булды. Нисектер магазинға инһәм, сират теҙелгән. Ҡабаланғас, һатыусыға сдачаһыҙ ғына үткәр әле тип һорауыма, сираттағылар ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, был русты үткәрмәгеҙ сиратһыҙ тейҙәр. Башҡортса яуап бирә башлағас, үҙҙәре лә көлә башланылар. Эшкә төшкәндә лә, кадрҙар бүлегендә документтарымды тапшырып, үҙем башҡортса аралаштым. Аҙаҡтан хеҙмәткәрҙәр әллә кем эшкә килде, йә башҡорт, йә рус түгел тип аптырай ҙар икән.
Минеңсә, телдәрҙе күберәк белеү үҙебеҙ өсөн файҙа ғына. Башҡорт теле төрки телдәргә лә ауаздаш, бәлки башҡа милләттәрҙе лә аңларға булалар, тип уйлайым.
Читайте нас: