Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 17:24

Башҡорт телен, традицияларын яратам

Надежда Мельник (Сатаева), “Һаҡмар” шифаханаһының шәфҡәт туташы, Степной ауылы:--Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуым нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты,--тине ул.

Башҡорт телен, традицияларын яратам
Надежда Мельник (Сатаева), “Һаҡмар” шифаханаһының шәфҡәт туташы, Степной ауылы:
--Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуым нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Бер кем дә мине мәжбүри йәки белергә тейешһең тип өйрәтмәне. Күпселек халыҡ башҡорт милләтенән булған Степной ауылында был ғәҙәти хәлдер тип уйлайым. Класташтарымдың күбеһе башҡорттар, бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтек. Мәктәптә башҡорт теленән белем биргән беренсе уҡытыусым Рәхимә Турғаева булды. Ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәренең ике төрлө мәғәнәлә булыуы ҡыҙыҡ тойола ине. Мәҫәлән, алма-- емеш һәм алма--теймә кеүек. Һөйләшеү телмәре еңел бирелде, ә башҡортса яҙылғанды уҡыу хәҙер ҙә ҡыйыныраҡ, шулай ҙа яҡшы аңлайым. Мәктәптә саҡта уҡ художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаштым, башҡортса йырлай, бейей торғайныҡ. Бигерәк тә “Ете ҡыҙ” бейеүе оҡшаны. Әле лә рус халыҡтары бейеүенә ҡарағанда, башҡортса оҫтараҡ бейейем.
Мин рус ғаиләһенән. Әсәйем мәрхүмә оҙаҡ йылдар Степнойҙа фельдшер булып эшләне. Башҡортса һөйләшмәһә лә аңлай торғайны, сөнки Сәғит, Мәмбәт кеүек ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерҙе. Уның юлын дауам итеп, үҙем дә медицина һөнәрен һайланым. 24 йыл Степнойҙа фельдшер булып эшләнем. Бында ла телде белеүем ярҙам итте. Олораҡ йәштәге инәй-олатайҙар хәлдәрен башҡортса аңлата торғайны, рус милләтле фельдшерҙың башҡортса аралашыуы улар өсөн ҡыуаныс булды. Минең башҡортса белеүем бер кемде лә ғәжәпләндермәй, шулай кәрәк кеүек ҡабул итәләр. Ҡустымдың ҡыҙына башҡорт теленән дәрестәре менән ярҙам итәм.
Ғөмүмән, миңә башҡорттар менән аралашыу оҡшай, күптәр менән мине ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, йырҙарын, ҡурай моңон яратам. Милли аш-һыуҙан бишбармаҡ, бәлеш бешереп әҙерләйем.
Ҡыҙыҡлы хәлдәр күп булғаны бар. Иҫтә ҡалғандарынан, Степнойҙа эшләгәндә бер башҡорт ҡатыны рус телендә һүрәттәге ағастың исемен һорай. Мин уға башҡортсалап, был бит миләш тигәс, аптырағайны.
Тағы ла бөгөн йәштәрҙең башҡортса һөйләшмәүе проблемаһын күтәрәләр.Был, минең фекеремсә, балалар баҡсаһында әсә телле төркөмдәр асылыуынан да, мәктәптә башҡорт дәресен биреүҙәренән дә тормай. Телдең быуындан быуынға тапшырылыуы ғаиләңә, тамырҙарыңа бәйләнгән. Башҡорт телен белеү ата-әсәләргә, балаларға, йәштәргә ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Башҡорт әҫәрҙәре, тарихы, традициялары, моңо, тәбиғәтебеҙ күп төрлө, мауыҡтырғыс. Былар нисек ҡыҙыҡлы булмаһын инде?
Читайте нас в