Ғаиләбеҙ менән башҡортса һөйләшәбеҙ
Наталья Валявина, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-терапевты:
Аҡъяр ауылында тыуып үҫтем, башҡорт телен бәләкәйҙән өйрәндем. Мәктәптә ҡатнаш класта уҡыным. Ата-әсәйем дә башҡортса һөйләште.
Минең һөнәрем буйынса башҡортса белеү бик кәрәк. Сөнки башҡорт ауылдарынан ауырыуҙар килә.Оло быуын кешеләре руссалап сәләмәтлеге торошон аңлатып еткерә алмай, ә былай үҙ-ара бик тиҙ уртаҡ тел табабыҙ.
Ҡыҙыҡлы хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, былтыр Өфө ҡалаһында квалификация күтәреү курсын үттем. Маршруткала барғанда башҡорт милләтле ҡатын бәләкәй улы менән эргәмдә ултырҙы. Малай әсәһе менән русса һөйләшә, ә төрлө атамаларҙы башҡортса әйтеүен һорай. Әсә кеше башҡортса белмәйем тип кенә ҡуйғас, үҙем был тәҙрә, был китап, тышта ямғыр яуа тип тәржемәһен әйтә башланым. Малай мине үҙенсә төрлөсә һорау яуҙырып алды ла: “бына бит апай башҡортса белә”,-- тип ҡуйҙы. Әсә лә ҡыҙыҡһынып, милләтемде һорағас, рус булыуымды әйтеп, ә башҡортса белеү кәрәк тип яуапланым.
Ғөмүмән, башҡорт телен балаларым да белә, һөйләшә. Ҡыҙым 4 йыл башҡорт класында уҡыны. Бергәләп шиғырҙар ятлай торғайныҡ. Башҡортса матур итеп йырлай ҙа. Ә үҙем “Эх, тала, тала”, “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем”, “Шишмә” һәм башҡа йырҙарҙы яратам. Башҡорт милли аштары бик оҡшай, теләп бешерәбеҙ. Улым һалманы ла үҙе йәйеп ҡырҡа. Бына шулай, башҡорттар араһында йәшәп, үҙебеҙҙә башҡортлашып бөттөк инде .