Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 16:23

2020 йылда Өфө халҡы 3,5 мең кешегә кәмегән

-

Һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр Өфө халҡы кәмегән. Өфө мэры Сергей Греков баш ҡала Советының сираттағы 75-се ултырышында ошо турала белдерҙе.
«Сәбәптәр араһында – демографик процестарҙан тыш, карантинға бәйле хәрәкәт итеүҙе сикләү арҡаһында халыҡтың ғәҙәти миграция үҫешенең кәмеүе», — тип аңлатты Өфө хакимиәте башлығы.
Сергей Грековтың 2020 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади күрһәткестәре тураһында докладына ярашлы, баш ҡалала халыҡ һаны 1 140 273 кеше тәшкил иткән. 2021 йылға — 1 138 322. Уҙған йылда халыҡ – 3,5 меңгә, ә миграция үҫеше 883 кешегә кәмегән.
Өфө миллионлы ҡалалар араһында халыҡ һаны буйынса [Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан тыш — ред.] Новосибирскиҙан (1,6 миллион кеше), Екатеринбургтан (1,5 миллион), Ҡазандан (1,2 миллион) һәм Омскиҙан ҡала (1,15 миллион) бишенсе баҫҡысты биләй.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: