Хәйбулла хәбәрҙәре
-1 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 17:50
Йәйәүлене тапағандар
Кисә Ҡырмыҫҡалы районында сәғәт киске һигеҙҙәрҙә йәйәүле ҡатнашлығында юл һәләкәте теркәлгән. //
Өфө - Инйәр - Белорет юлының 38-се километрында Кia Оptimа сит ил автомашинаһы рулендәге 28 йәшлек водитель юлды сығып барған 46 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Бынан һуң ул авария урынынан ҡасып киткән, әммә 10-15 минуттан һуң кире әйләнеп килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе дауахана юлында һәләк булған.
Водитель һүҙҙәренсә, ул ирҙең юлды сыҡҡанын аңғармаған, сөнки уның кейемендә янып торған элементтары булмаған. Әлегә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителгә ҡарата административ протокол төҙөгән, авария сәбәптәрен тикшереү башланған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото:Bashinform.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
"Башҡортостан" гәзите / газета "Башкортостан"
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы