Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 17:29

“Туған телдең гәлсәр шишмәһе”

Үҙәк район китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата фольклор фестиваль үтте. //

Сарала район мәҙәниәт йортоноң “Ҡош юлы” халыҡ фольклор коллективы, Татыр-Үҙәктән “Вишенка” фольклор коллективы, рус халыҡ фольклорын йыйыусы һәм һаҡлаусы, төбәк-ара конкурстар лауреаты Алла Пронькиналар ҡатнашты.
Фестивалдә ҡатнашыусылар “Ҡош юлы” ансамбленең беренсе етәксеһе Әсмә Усманованың репертуарынан “Ситән үрәм”, “Өйрәккәйем сумаһың” милли уйындарын, рус ғөрөф-ғәҙәттәренән өҙөктәр күрһәтте. Шулай уҡ рус халыҡ йырҙары яңғыраны, боронғо халыҡ инструменты көснәлә уйнанылар.
Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар әҙәбиәте, мәҙәниәте, халыҡ байрамдары, йолалары буйынса “Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Читайте нас: