Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 16:48

Сәләмәтлек өсөн файҙалы

/

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативы “сәләмәтлек өсөн тәмлекәс” әҙерләй башлаған.
Мәләүез районындағы “Ағиҙел” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлеге сәләмәт тормош өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләүгә йүнәлтелгән. Үҙҙәренең көсө һәм дәүләт ярҙамы менән предприятие ондоң 20 төрөн етештерә. Һуңғы ваҡытта бында арпанан ҡәһүә, шулай уҡ һаулыҡ өсөн ондан, ҡоро емештәрҙән тәбиғи пасталар әҙерләйҙәр. Кооператив рәйесе Салауат Мозафаров тиҙҙән аҙыҡ-түлек төрҙәренең тағы артасағы хаҡында белдергән. Шулай итеп, “Ағиҙел” сәләмәтлек өсөн файҙалы аҙыҡ-түлекте ныҡлап етештермәксе.
Бында кәнфит түгел, тәмлекәс әҙерләйҙәр. Шәкәр түгел, он, емеш-еләк, сәтләүектәр, кокос һәм башҡалар ҡулланыла. Ә быларҙың барыһы ла үҫемлекселек менән шөғөлләнгән эшҡыуар менән фермерҙарҙың берекмәһенән башланған.
– Бер ваҡыт әгәр үҙебеҙ эшкәртә һәм сифатлы он етештер алһаҡ, ниңә беҙгә сеймал ғына һатырға әле, тип уйланыҡ. Тап ошо мәлдә Ауыл хужалығы министрлығында граждандар башланғыстарын ауыл хужалығы кооперативтарына нигеҙләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкурс иғлан иткәйнеләр, – тип белдергән кооператив рәйесе.
Алынған 1,2 миллион һум күләмендәге грант аҡсаһына кооператив вәкилдәре тирмән, комбикорма ҡоролмаһын һатып алғандар. Продукцияны Мәләүездә һаталар. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://mechetlinskayalife-b.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-buly-y-/S-l-m-tlek-s-n-fay-ali-682739/
Читайте нас в