Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 17:42

Маҡан ауылында фажиғә

Торлаҡ йорт янып, унда 50 йәшлек ҡатын һәм 55 йәшлек ир һәләк булған //

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендәге мәғлүмәткә ярашлы, бөгөн төндә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү үҙәгенә-112 Маҡан ауылында йорт яныуы һәм унда ике кеше булыуы тураһында хәбәр ҡабул ителә.
Ҡыҙғансҡа ҡаршы, 1971 йылғы ҡатын һәм 1966 йылғы ир кеше һәләк булған. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Ошондай аяныслы хәлдәргә, кеше һәләкәтенә юл ҡуймау өсөн Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, электр сымдары, электр приборҙары һәм мейес-йылытҡыстар торошон даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк.
Балаларҙы йортта ҡарауһыҙ ҡалдырмауығыҙ һорала. Шулай уҡ үҙ йорттарығыҙҙа янғын иҫкәртеү приборҙарын ҡуйыу ҙа кеше ғүмерен һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Читайте нас: