Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 00:39

Мәҙәни саралар берләштерә: ике ауыл ағинәйҙәре осрашты

"Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр менән осрашып, "Эх, быймаһы, быймаһы" тигән шәп сарала ҡатнашып ҡайттыҡ",-- ти атингәндәр. //#СәләмәтӘүҙемОҙонҒүмерлелекЙылы

Бөгөн, 17 февраль көнө Әбүбәкир мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр менән осрашып, "Эх, быймаһы, быймаһы" тигән сарала ҡатнашып ҡайттыҡ.
Төрлө уйындар, конкурстар үткәрелде. Һәр кем үҙенең быймаһын матур итеп биҙәргә тырышҡан. Быймаларға баһа бирелде, хужалары иһә бүләкле булды.

Бик күңелле булды. Ошондай матур сара үткәргән Әбүбәкер мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, Ағинәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: