«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһе барышында Рәсәй төбәктәренең юл-төҙөү миҙгелен башлауға әҙерлек һәм проект офистары эшен күтәреү юлдары тураһында һүҙ барҙы. Сарала федераль юл агентлығының еткәсеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков рәйеслегендә Рәсәй Транспорт министрлығы, Росавтодора, ФАУ «РОСДОРНИИ» вәкилдәре һәм илдең 84 субъектынан профилле министрлыҡтар етәкселәре ҡатнашты.