Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 00:24

Эпидемиологик хәл нисек?

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 27 меңгә етеп килә. Һуңғы тәүлектә йәнә 153 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланды. 257 пациенттың һауығып сығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә дүрт ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 238-гә етте. //

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 27 меңгә етеп килә. Һуңғы тәүлектә йәнә 153 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланды. 257 пациенттың һауығып сығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә дүрт ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 238-гә етте.
Әле стационарҙарҙа - 255 пациент, амбулатор шарттарҙа 5 238 ауырыу дауалана.
Республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр ҙә таралыуын дауам итә. Үткән аҙнала 27 мең кеше ауырыуҙы эләктергән, яртыһынан күбеһе - 17 йәшкә тиклемге балалар. Был - унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, һуңғы эпидемиологик миҙгелдәрҙә вирустың бөтә өс штаммы ла таралыуы күҙәтелә.
Республикала эпидемиологик хәлдең киҫкенләшмәүе өсөн бөтә санитария-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Битлек режимын һаҡлау әүәлгесә һаҡлана. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа йоғошло сирҙәрҙән араларға тырышығыҙ.
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: