Республикала донъя кимәлендәге университет булдырыу студенттар һанын ҡыҫҡартыу түгел, ә арттырыуҙы күҙ уңында тота, тине Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов бөгөн Башҡорт дәүләт унверситеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүгә арналған матбуғат конференцияһында.
Шуға күрә, йәнәһе, бөтәһе лә бинаны тартып алыу, оптимизация үткәреү, студенттар һанын кәметеү өсөн эшләнә тигән һүҙҙәр бөтөнләй нигеҙһеҙ», — тип белдерҙе Азат Баҙранов.