“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге секретары Салауат Байғабулов һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегенең башҡарма секретары Тимур Рәмовтар “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе-2021” V республика конкурсы ҡатнашыусылары менән осрашты.
Мәртәбәле бәйге граждандар йәмғиәте институттарын әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, гүзәл заттың статусын күтәреү маҡсатын ҡуя. Уны Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Башҡортостанда халыҡ дуҫлығы йорто” учреждениеһы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан берлектә уҙғара.
“Ҡатын-ҡыҙ лидер” –Рәйсә Күскилдина, Әбеш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, Әбеш ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан депутат, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы;
“Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәт”—Гөлназ Сурина, Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы;
“Ҡатын-ҡыҙ әсә”—Рәзилә Илембәтова, Ҙур Арыҫланғолдан, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән;
“Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәт”—Аҡсәскә Әбделмәнова, Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Йәйғор” балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы;
“Ҡатын-ҡыҙ әсә”—Сәлиә Ҡоломбәтова, Яңы Ергән ауылы мәктәбе тәрбиәсеһе, Яңы Ергән мәктәбе профсоюз ойошмаһы рәйесе.
Гүзәл заттарҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙар советы.