Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 16:02

Республика биатлонсылары Өфөлә Бөтә Рәсәй ярыштарында 7 миҙал яуланы

-

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында республика спортсылары ете миҙал яулауға өлгәште.
Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштың беренсе көнөндә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы майҙансығында 10 саҡрымға спринтта 20 йәшлек Эдуард Имаев алтын миҙал алды. 19 йәшлек Алмаз Вәлиев (10 саҡрым) һәм 21 йәшлек Мария Дубровская (7,5 саҡрым) бронза призер булды.
Икенсе көндө ил биатлонсылары ҡатнаш эстафетала почет пьедесталы өсөн көрәште. Эдуард Имаев Мария Дубровская менән — «алтын», ә Алмаз Вәлиев һәм Виктория Ковалева «көмөш» алды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы.
Читайте нас: