Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 18:11

Нимә ул фандомат?

..

Фандоматтар барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров етәкселегендәге делегация Ҡазан мәктәптәренең береһендә фандоматтар ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтты.
Нимә һуң ул фандомат? Пластик һәм алюмин һауыттарҙы сорттарға айырып пресслау аппараты. Банка һәм шешәләр махсус тәҙрәнән эскә төшөрөлә, ә таблола уларҙың һаны һәм ауырлығы күренә. Артабан, һауыт материалына ҡарап, төрлө тупланма иҫәбенә оҙатыла.
Фандоматтар ҡаланың мониторинг системаһына тоташтырылған. Контейнерҙарҙы тултырғанда аппарат идара итеү үҙәгенә сигнал ебәрә. Тултырыу өсөн уртаса алғанда ике көн ваҡыт китә. Һуңынан әҙер пластиктан – эскәмйәләр йәки футболкалар, алюминийҙан яңы банкалар етештерелә.
Урал Искәндәров әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендә фандоматтар ҡуйыу мәсьәләһе хәҙер республика эшҡыуарҙары менән тикшерелә.
– Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу халыҡҡа йәшәү өсөн түләү сығымдарын аҙайтырға, ә ҡалдыҡтар эшкәртелергә, ергә күмелергә тейеш түгел, – тип аңлатты министр. – Был хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу һәм тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоуҙа ҙур ярҙам булыр ине.
Фото казаньбезмусора.рф сайтынан.
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас: